top of page

Ата-әсәләр өсөн мәғлүмәт

АТА-ӘСӘЛӘРГӘ КӘҢӘШТӘР

 

КИТАП-белем шишмәһе. Уҡығандың теле икәү. (Мәҡәлдәр)

 

Хөрмәтле, ата-әсәләр, һеҙҙең балағыҙ хәрефтәр өйрәнеп, ҡулына тәүге китабын алып уҡый башланы, ниндәй ҡыуаныс!

Түбәндәге китап уҡыу ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрөп, кескәйегеҙгә өйрәтеү кәрәк булыр, шулай бит!?

1. Китапты таҙа ҡулдар менән тоторға кәрәк, тимәк уҡырға ултырыр алдынан ҡулдарҙы йыуыу мотлаҡ.

2. Уҡығанда телевизор, радионы һүндереп ҡуйығыҙ.

3.Уҡыу урыны уңайлы булырға тейеш, тик ятып уҡырға ярамай.

4.Китапты күҙҙәрҙән 30-40 см алыҫлыҡта тоторға кәрәк.

5. Уҡығанда яҡтылыҡ һул яҡтан төшөргә тейеш.

6. Китапты бөкләмә, кәрәкле биткә ҡатырғанан билдә эшләп һалып ҡуй.

7. Китапҡа һүрәт төшөрөргә, ҡәләм менән ниндәй ҙә булһа тамғалар ҡуйырға ярамай.

8. Китап биттәрен асҡанда бармаҡтарыңды төкөрөкләмә.

9. Ҙур йөкмәткеле әҫәрҙәрҙе уҡығанда 20 минут һайын күҙҙәреңде ял иттереп ал, күнегеүҙәр яһа.

10. Транспортта уҡыу ҡәтғи тыйыла.

Компьютер ҡулланыу

 

Компьютер ҡулланыу-заман талабы. Был технология балаға тик файҙа ғына килтерһен өсөн, бер нисә кәңәш:

1. Баланың эш урыны яҡтылыҡ төшкән урында булырға тейеш.

2. Компьютер өҫтәле һәм ултырғыстың үлсәме баланың буйына тап килеүе мотлаҡ.

3. Балағыҙҙы махсус ултырғыс менән тәьмин итергә тырышығыҙ; ултырғыстың артҡы яғы умыртҡа һөйәктәренең уртаһына тиклем көйләп ҡуйылған булырға тейеш.

4. Компьютер өҫтәлендә тик кәрәкле әйберҙәр генә булһын,гигиена талаптарын да онотмағыҙ (мониторҙы махсус сепрәк менән генә һөртөргә; өҫтәл йыйыштырыулы булһын).

5. Монитор менән күҙҙәр араһында кәмендә 50 см ара һаҡланырға тейеш.

6. Компьютерҙа эшләгәндә ике ҡул да өҫтәлдә ятырға тейеш; аяҡтарҙың табандарын иҙәнгә ҡуйып ултырырға кәрәк (аяҡтарҙы бөкләп, ултырғысҡа терәп һ.б. ултырыу ҡәтғи тыйыла).

7. Балағыҙҙың компьютерҙа күпме ваҡыт ултырыуын тикшереп тороғоҙ; 15 минут һайын күҙҙәргә күнегеүҙәр эшләп ял итеү кәрәклеген иҫкәртегеҙ.

8. Махсус компьютерҙа эшләгәндә кейә торған күҙлек алырға тырышығыҙ (әлбиттә, офтальмолог менән кәңәшләшеү мотлаҡ).

9. Компьютер урынлаштырылған бүлмәнең иҙәнен йышыраҡ йыуығыҙ, елләтеп тороғоҙ.

10. Компьютерҙа эшен тамамлағас, балағыҙ битен һалҡын һыу менән, ә ҡулын һабынлап йыуып алһа, бик яҡшы булыр.

 

ДНЕВНИК.png

ИНСТИТУТ РАЗВИТИЯ ОБРАЗОВАНИЯ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН

МИНИСТЕРСТВО ОБРАЗОВАНИЯ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН

ИНТЕРНЕТ-РЕСУРСТАРҒА

ҺЫЛТАНМАЛАР

f3691007655c292d891b8358a4bbe098.jpg

ҠУНАҠТАР КИТАБЫ

МӘКТӘП САЙТЫ

БАҺА

МИНИСТЕРСТВО 

ОБРАЗОВАНИЯ И НАУКИ РОССИИ

11.png

САЙТҠА ИНЕҮСЕЛӘР ҺАНЫ

Рәхмәт

Сообщение отправлено, спасибо!

bottom of page